Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.06.12

Нефтекамала мотокросс буйынса ярыштар үтте

Нефтекама ере бер нисә йыл рәтән мотокросс буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Был ярыштар эҫе ҡояшлы көн менән ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың хәтерҙәрендә ҡалды. Трассала бик туҙанлы булыуына ҡарамаҫтан, мотокроссылар тамашасыларға бик матур һәм мауыҡтырғыс уҙыш күрһәтә алды.

Тәүгеләрҙән булып стартҡа иң йәш спортсылар сыҡты. Уларҙың тимер аттарының ҡеүәте 50 куб сантиметр. Артабан стартҡа өлкәнерәк ҡатнашыусылар сыҡты. Уларҙың әлбиттә мотоциклдары ла көслөрәк ине. Улар өлкән ҡатнашыусылар үткән дистанцияны үтте. Был иһә трассала ысын ирҙәр генә икәнлеген иҫбатланы.

Опен класында иң көслө мотоциклдар ҙа ҡатнаша. Был класта Михаил Рябов алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе урында андрей Папенов. Улар икеһе лә өфө мотокросс мәкиәбе вәкилдәре.

Мотокросс буйынса ярыштарҙы ҡарарға бик күп кеше йыйылды. Күптәр беҙҙең ҡала спортсыларының мотокросс буйынса республикала ғына түгел, ә ил кимәлендә яҡшы уңыштарға ирешкән ваҡыттарын иҫкә алды.

Нефтекама ҡалаһы исеменән ярышта 4 спортсы ҡатнашты. 4 урын алған юниор Динар Вәлеев, һәм өс өлкән ҡатнашыусы. Улар араһында Алексей Замараев етенсе урынға сыҡты. Этап һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы команда тип Кадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге йыйылма командаһы билдәләнде. Беҙҙең йыйылма команда 5 урынға сыҡты.

фото: Артур Арсланов