Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.06.12

Йәштәр көнө

Буяуҙар менән боллондар, әҙ генә фантазия һәм бына ул ниндәйҙер үҙенсәлекле эш. Быйыл граффитисылар ҡаланың 50 йыллығына бәйле уйҙарын һәм хыялдарын һүрәтләргә тырышты. Ике сәғәт буйына урам рәссамдары ижад итте. Улар Нетфтекаманы киләсәктә нисек күрергә теләүҙәрен сағылдырҙы.

Кемдер өсөн Нефтекама ул төнгө ҡала, кемгәлер йәшел ҡала, кемгәлер ул нефть,кемгәлер йәштәр менән ассоциациалана.

Буяуҙар ярҙамында ҡала йәйғорҙоң төрлө төҫтәре менән емелдәне. Был сағыу күренеш нефтекамалылаҙың күңеленә хуш килде.: әйткәндәй йәштәргә лә, өлкән быуын кешеләренә лә оҡшаны.

Шулай уҡ 24 июнь нефтекама йәштәрен ҡалабыҙҙың һәләтле музыканттары һәм йырсылары ҡотланы. Сәхнәлә төрлө көйҙәр яңғыраны, улар араһында популяр композициялар ҙа, айырым кешеләр генә яратҡан көйҙәр ҙә булды. Сараға килгән һәр кем үҙенең күңеленә оҡшағанын тыңлап ҡыуанды.

Кисә ысынлап та йәштәрсә булды. Йола буйынса йәштәр эштәре буйынса комитет бай һәм сағыу программа әҙерләгәйне. Уларҙың тырышлығынан башҡа байрам байрам булмаҫ ине.