Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.06.12

Республиканың ҡабул итеү комиссиялары 20 июндән башлап документтар ҡабул итә

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу мәл етте. Республиканың ҡабул итеү комиссиялары 20 июндән башлап документтар ҡабул итә. Башҡорт дәүләт университетының нефтекама филиалында ла эш ҡайнай.

Быйыл филиалда 11 йүнәлеш буйынса студенттар ҡабул итәләр. Ғәҙәттәгесә, иҡтисад, юриспруденция, ғәмәли математика һәм информатика , тарих йүнәлештәренә документтар тапшырыусылар күп. Абитуриенттар өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәтттәр ҙә университеттың стендтарына эленгән, шулай уҡ улар менән уҡыу йортоноң сайтында танышырға мөмкин.

Инеү имтихандары буйынса минималь балдар билдәле, улар стенддарға ҡуйылған. Имтихандарҙың расписаниеһы ла төҙөлгән, сөнки инеү имтихандарын тапшырған кешеләр ҙә бар. Имтихандарҙы 11 июлдән 25 тиклем тапшырасаҡтар.

Ҡабул итеү комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, инеү имтихандарының һөҙөмтәһе икенсе көнгә үк билдәле буласаҡ. Абитуриенттар филиалдың сайтында үҙҙәренең рейтингын күҙәтеп бара ала. Мәғлүмәттәр көн һайын яңыртылып тора. Быйыл ситтән тороп уҡыу бүлегенең ҡыҫҡартылған уҡыу формаһына документтарҙы сентябргә тиклем ҡабул итәсәктәр.