Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.06.12

Күп фатирлы йорттар советы рәйестәре өсөн уҡыуҙар үтте

Уҙған йылда республикала күп фатирлы йорттар советы рәйестәрен уҡытыу программаһы эшләй башланы. беҙҙең ҡала халҡының бер өлөшө был программа менән танышып, уҡыуҙар үтте. Быйыл тағы ла 300 ҙән артыҡ кеше күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса белем аласаҡ.

Күп фатирлы йорттар советы рәйестәре юридик шәхестәр түгел, ә торлаҡ һорауында тәртип урынлаштырырға теләгән ябай граждандар. Улар торлаҡ- коммуналь хужалығы эшмәкәрлеген контролдә тотоусылар. Был кешеләр тормоштарын яҡшыға үҙгәртергә, һәм улар менән, торлаҡ милекселәре булараҡ иҫәпләшүҙәрен теләгән энтузиастар. Был кешеләр торлаҡ хужалығы мәсъәләләре менән йыш осрашһа ла, йыш ҡына бөтә һорауҙарҙы һәм нескәлектәрҙе лә аңлап бөтөрмәй.

Анатолий Дубовский беҙҙең республикала “Домком” уҡыу программаһының етәксеһе. Лекцияның атамаһы үҙе үк әйтеп тора. Күп фатирлы йорт менән үҙ-аллы идара итеүҙең хоҡуҡи, финанс һәм иҡтитсади нигеҙҙәре. Йыйылыусылар 6 сәғәт эсендә нисек йорттоң советы ойошторолоуын һәм уның нисек һайланыуын белде. Идарасы компания менән уртаҡ тел табырға өйрәнде, уның менән ниндәй килешеүҙәр төҙөргә кәрәклеген асыҡланы. Был осрашыу йыйылыусыларҙы үҙ аҡсаларын контролдә тоторға өйрәтте.

Килешеүҙә сүпте аҙна һайын сығарырға тейеш тип яҙылғагн, ә уны ике аҙнаға бер тапҡыр сығаралар, Тик аҡсаны аҙна һайын өсөн алалар. Быны белһәң, экономияларға мөмкин. Сығымдарҙы яңынан иҫәпләп, кешеләргә аҡсаларын ҡайтарған осраҡтар бар.

Курстарға килгән һәр кем уҡыу үтеү тураһында сертификат алды. Домкомдарҙың эшен еңеләйтеү өсөн президент менән үткән осрашыуҙа уларҙың һәр береһенә таныҡлыҡ бирергә тәҡдим ителде.