Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.06.12

Күләүектән сығырға тура киләсәк

Тәҙрәләрен ҡараңғылатырға яратыусыларға дәүләт номерҙарынан яҙғыһы килмәһә күләүектән сығырға тура киләсәк. 1 июлдән автомобилдәренең тәҙрәләрен тонировкалаусылар 500 һум штраф ҡына түләп ҡотола алмаясаҡ, уларҙың дәүләт номерҙарын да һалдырып аласаҡтар. Инспекторҙар был һөҙөмтәле алым булыр тип өмөтләнә.

ЮХХДи хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, әгәр ҙә водитель ҡараңғылатыусы пленканы инспектор янында һалдырһа, уның номеры урынында ҡаласаҡ һәм ул шундуҡ ебәреләсәк. Шулай ҙа штраф түләргә тура киләсәк. Тимер аттарын рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырыусылар һәм туҡтаусылар ҙа аҡсалары менән хушлашасаҡ. Бындай ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн мең һумдан ике меңгә тиклем штраф ҡаралған, инспектор хатта трнаспорт сараһын алып ҡалырға мөмкин. Бындай машинаны эвакуациялау өсөн дә ҡағиҙә боҙоусы үҙ кеҫәһенән түләйәсәк.