Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.07.12

Ҡаланың илле йыллыҡ юбилейына фотоальбом баҫтырыласаҡ

Был күтәргес ғәҙәттә эшселәрҙе йорт түбәһенә йә электр бағаналарына күтәреү өсөн ҡулланыла. Бөгөн иһә ул башҡа төр эш өсөн файҙаланылды. Уның ярҙамында юғарыға ҡаланың илле йыллыҡ юбилейына арнап әҙерләнгән фотоальбомды булдырыу өҫтөндә эшләгән фотографтар күтәрелде. Был күтәргес ҡалала иң оҙоно һанала. Уның оҙонлоғо 28 метр.

Киләсәктә Юбилей фотоальбомын ҡараусылар нефтекаманың ришад Ғиззәтов күҙҙәре менән күрәсәк. Сөнки ҡаланы юғарынан төшөрөү эшен уға йөкмәттеләр. Ришад Ғиззәтуллин Нефтекамалағы тәжрибәле фотографтарҙың береһе. Элек төрлө шарттарҙа эшләргә тура килде, әммә күтәргескә тәү тапҡыр мендем ти ул.

Ҡаланың юбилейына арналған фотоальбомға бик күп эштәр инәсәк. Бөгөнгөһө эштең башы ғына. Автор уйы буйынса китапта Нефтекаманың төрлө нөктәләрендә төшөрөлгән фотоһүрәттәр буласаҡ.

Әйтергә кәрәк, юбилейға әҙерләнгән фотоальбомды булдырыу эшендә һәүәҫкәр фотографтар ҙа, профессионалдар ҙа ҡатнаша ала. Киләһе йылдың ғинуар айына тиклем махсус комиссия бөтә авторҙарҙың да эшен ҡараясаҡ. Әгәр ҙә фото эксперттарға оҡшаһа, ул мотлаҡ юбилей фотоальбомында баҫтырыласаҡ һәм авторы күрһәтеләсәк. Фотографияларҙы ҡала хакимиәтенең 303 бүлмәһенә килтерергә мөмкин.