Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.08.12

Спорт һөйөүселәр иғтибарына

11 август нефтекамала Физкультура көнөнә арналған ҙур спорт байрамы үтәсәк. Ярыштар ҡаланың төрлө нөктәләрендә урынлаштырыла. Уларҙа спортсылар ғына түгел, ә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Байрамға старт сәғәт ун берҙә Торос стадионында ҡаланың иң яҡшы спортсыларын тәбрикләү сараһында биреләсәк. Улар республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт Министрлығы грамоталары менән билдәләнәсәк. Бынан һуң ошонда уҡмөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ярыш башлана. Бер рәттән шашка, шахмат, баскетбол, минифутбол, пляж волейболы, гер спорты һәм армспорт буйынса ярыштар үтәсәк. Шулай уҡбайрамда тәүге тапҡыр пейнтбол буйынса ярыш ойоштороласаҡ. Сәғәт 12 лә ҡала мәҙәниәт үҙәге эргәһендә арлан ярым марафоны старт ала. Ә иң ҡыҙыҡлы һәм күмәк ярыш сәғәт икелә ял һәм мәҙәниәт паркындағы ҙур сәхнәлә башлана. Бында фитнес-марафон үтәсәк.