Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.08.12

Ҡала үҙәк дауаханаһы йәш белгестәргә мохтаж

Ҡала үҙәк дауаханаһы йәш белгестәргә мохтаж. Бындай мәсъәләнең сәбәбе нимәлә һәм уны бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күрелә.

Ҡала поликлиникалары каридорҙарында ҙур-ҙур сираттар. Быға ҡала халҡы күнегеп бөткән, шуға ла белгескә инер өсөн эш ваҡыты башланғансы күпкә алдан килергә кәрәк икәнлеген яҡшы белә. Табиптар ҙа эшсе ҡулдарҙың етмәүен йәшермәй. Дауалау кабинеттарында башлыса өлкән йәштәге кешеләр эшләй, йәштәрҙе бармаҡменән генә һанарлыҡ. Быйыл нефтекама дауанаһы стеналарын 10 табип ташлап киткән, өсәүһе ауылға юлланған. Сөнки унда йәш белгестәргә бер миллион һум аҡса бирелә.

ҡала округы дауаханаларында бөгөнгө көндә йәмғеһе 247 табип эшләй. Уларҙың алтауһы әмзәлә, икәүһе Энергетик ауылында. Һөҙөмтәлә нефтекамала 239 табип ҡала. Улар бөтә ауырыуҙарҙы ла ваҡытында хеҙмәтләндерергә тырыша, әммә ҙур ҡыйынлыҡменән.

Дауахана кадрҙар мәсъәләһен сисергә тырыша, үҙенең белгестәрен уҡырға ебәрә. Уҙған йылда 90 нефтекама табибы яңы белем алған. Ошо рәүешле нефтекама поликлиникаларында яңы УЗИ -диагностикаһы һәм кардиология белгестәре барлыҡҡа килкән. Әммә белгестәр һөйләүенсә, был дә хәлде көйләмәгән.

Элек дауахана етәкселеге табиптар етмәүе тураһында ғына һөйләһә, хәҙер улар урта медицина персоналына ла ҡытлыҡкисерә. Мәҫәлән, кардиология бүлегендә 22 шәфҡәт туташы ставкаһы бар, ә унда ете генә кеше эшләй. Травмотология бүлегендә лә оҡшаш хәл. Һуңғы йылдарҙа медицина өлкәһендә эшләүселәргә эш хаҡын күтәреү, эш урындарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа һөҙөмтәләр бирмәгән.

ҡала хакимиәтендә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡунаҡхана тибындағы ете комната бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бының ярҙамында ҡалаға 9 йәш белгес йәлеп ителде. Әммә бындай тенденция киләсәктә лә һаҡланырмы, билдәһеҙ, сөнки әлегә ҡалала социаль торлаҡлимиты сикле. Ҡала властәре иһә дауаханаға үҙенә йәш кадрҙар эҙләү буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк тиҙәр.

ҡалала кадрҙар етмәү мәсъәләһе ыңғай яҡҡа хәл итерме, ваҡыт күрһәтер. Сөнки һәр ведомство тейешле мәғлүмәтте белә. Бөгөнгө көндәге төп бурыс - табиптар өсөн дә пациенттар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырырға мөмкинлек биргән һөҙөмтәле стратегия булдырыу.