Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.08.12

Нефтекамала “ғаилә ғаиләгә” тигән хәйриә акцияһы ойошторола

Август айында ата-әсәйҙәр балаларын ныҡлап яңы уҡыу йылына әҙерләй башлай. Улар бөтә кәрәк-яраҡты: канцелярия тауарҙарынан мәктәп формаһына тиклем алып ҡалырға ашыға. Бер бала ла ситтә тороп ҡалмаһын өсөн, ҡалала хәйриә акциялары ойошторола.

Әҙкилемле ғаиләләрҙең мәсъәләләренә йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү өсөн Нефтекамала “ғаилә ғаиләгә” тигән хәйриә акцияһы ойошторола. Ул 18 августа сәғәт унда ҡала паркы аллеяһында башланасаҡ. Унда ГАЗель торасаҡ, унда теләге булған һәр кем мохтаждар өсөн бүләк ҡалдыра ала. Ҡулланышта булған һәм яҡшы хәлдәге әйберҙәр ҡабул ителә. Мәҫәлән, балалар карауаты, коляска, велосипед йә башҡа берәй нимә. Акция йыл буйына барасаҡ. Шуға ла теләге булған һәр кем изге эшкә үҙөлөшөн индерә ала. Бының өсөн Дзержинский урамының 30 йортона, халыҡты хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Акция барышы тураһындағы мәғлүмәт ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡәйтергә кәрәк, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит акцияһы ла дауам итә.

ҡалала 1 июндән 31 августҡа тиклем мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит тигән акция үтә. Бөгөнгө көнгә беҙканцелярия тауарҙары магазиндарына хаттар ебәрҙек, бик күп эшҡыуарҙар ярҙам итергә теләк белдерҙе. Нефтекама ҡалаһы биләмәһендә балаларын мәктәпкә әҙерәргә ярҙам итергә кәрәк булған 331 ғаилә бар. Күрһәтелгән ярҙам ғына етмәй. Шуға ла акция 31 августҡа тиклем дауам итә. 11 август «Все для школы» магазины янында хәйриә акцияһы үтәсәк. Ҡала халҡы канцелярия тауарҙары менән ярҙам итергә мөмкин.