Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.10.12

Росреестр идаралығы бөтә баҡсасыларҙы ла биләмәләренә хоҡуҡтарын теркәүҙе һорай

Беҙҙең ҡалала 33 баҡса ширкәте бар, уларҙа 19 мең баҡсасының биләмәһе бар. 2006 йылда баҡса амнистияһы иғлан ителгәс, күптәр үҙҙәренең биләмәләрен теркәй башланы.

Башлыса йәшел морон ширҡәтендәге баҡсасыларҙың 83 проценты үҙ биләмәләрен теркәне, Венеция, Нефтсе, Рассвет, Энергетик, 2-се Дәүләт учреждениеһы, Клубничка, Октябргә 50 йыл баҡса ширҡәттәрендә 50 процентан ашыу баҡсасы ерҙәрен хосусилаштырҙы. Был кешеләрҙең баҡса ҡоролмаларына бәйле эштәр башҡарғанда, мираҫ хоҡуғы рәсмиләштергәндә мәсъәләләр тыумай.

Әммә был бөтә баҡсасыларҙың 30 проценты ғына. Үҙ хоҡуҡтарын теркәмәгән кешеләргә бындай осраҡтарҙа судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк. Бында иһә эш ҡатмарлана. Росреестр идаралығы бөтә баҡсасыларҙы ла биләмәләренә хоҡуҡтарын теркәүҙе һорай. Бының өсөн Социалистик урамының 8 йортона, 214 кабинетҡа, Юл урамының 10 йортона, 10 һәм 11 кабинетарға, Николо-березовкала төҙөүселәр урамының 33 йортона, 5 кабинетҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ҡулығыҙҙа дәүләт пошлинаһы түләү турһындағы квитанция һәм кооператив рәйесенең һығымтаһы булырға тейеш.