Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.10.12

Юнер Насыров исемендәге балалар ижады конкурсы

Юнер Насыров исемендәге балалар ижады конкурсында 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Улар Нефтекаманан, Николо-Березовканан, Әмзәнән, Ағиҙелдән, Ҡуяндан, Яңауылдан һәм Дүртөйлөнән килде.

Бәйге йылдан-йыл киңерәк уҙғарыла. Баһалама ағзалары ла бик ҙур эш башҡарҙы. Улар ике йөҙҙән артыҡ эште баһаланы. Балалар үҙҙәренең эштәрендә тыуған яҡҡа, тәбиғәткә булған һөйөүҙәрен сағылдырған . Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы буйынса ла эштәр бар ине. Дүртөйлө районынан килгән балалар эшләгән скульптура айырым иғтибарға лайыҡ булды. Бында шулай уҡ Юнер Насыровтың да эштәре бар ине.

Юнер Ярулла улы Насыров беҙҙең ҡалала билдәле рәссам. Ул 1962 йылдан башлап Нефтекамала эшләне. Быйыл уға 77 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ваҡыт тиҙ үтә. Уның беҙҙең аранан китеүенә 10 йыл тулды, әммә беҙ уны онотмайбыҙ. Балалар художество мәктәбедә уның эштәрен өйрәнә.