Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.10.12

Сиргә бирешмәҫ өсөн

Табиптар фекеренсә сиргә бирешмәҫ өсөн уны алдан профилактикаларға кәрәк, бының өсөн вакциянация эшләтеү мөһим. Йыл һайын меңләгән кеше укол яһата. Киҙеүгә ҡаршы прививка балалар поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре араһында мотлаҡ һәм традицион процедура. Табиптар халыҡҡа өлгө күрһәтә.

Медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға, социаль хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға бушлай вакцина эшләнә. Йәғни хәүеф төркөмөндә булған һәм көн һайын күп кеше менән осрашырға тура килгән кешеләргә тәү сиратта укол яһала. Күптәр өсөн вакцинация- ҡышҡа әҙерләнгәндә мөһим процедура.

Ҡала халҡы араһында вакцинацияға ҡаршы булған кешеләр ҙә юҡ түгел. Берәүҙәр прививка ауырыуға этәргес кенә бирә тип уйлай, икенселәр үҙҙәренең организмына ышана, ул дарыуһыҙ ҙа сиргә ҡаршы тора ала тип уйлай. Табиптар һөйләүенсә, дарыуҙың ярамағанын күрһәтеүсе билдәләр булғанда привика яһарға ярамай. Мәҫәлән, тауыҡ аҡһымына аллергия булғанда.

Әле мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөүсе балаларға прививка яһала. Әлбиттә ата-әсәләренең ризалығы буйынса ғына. Сиратта уҡыусылар. Башҡалар иһә эш урындарында. Йә учаска терапевына килеп прививка яһата ала. Вакцина яһатырғамы юҡмы- һәр кем үҙе ҡарар итә. Ҡалала йоғошло инфекцияларҙы йөҙләгән кеше үҙендә тойоп өлгөрҙө инде.

Киҙеү һәм йоғошло инфекциялар менән ауырыусылар һаны 2011-2012 йылдарҙа әҙ булған, быға халыҡты иммунизациялау ярҙам иткән. Быйыл иһә Роспотребнадзор федераль хеҙмәте фараздары буйынса киҫкен респератор вируслы инфекциялар менән ауырыу кимәле уртаса интенсивлыҡта.