Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.09.12

Ялған аҡсалар

Һеҙгә мең һумлыҡ ялған аҡса, беҙгә бәләкәй тауар һәм ысын аҡса менән сдача. Мутсылар Нефтекамала һуңғы ике аҙнала ошондай схема буйынса эш итә. Башлыса улар ялған аҡсаларҙы видеокүҙәтеү камералары булмаған бәләкәй магазиндарҙа, дарыуханаларҙа ҡуллана.

Һуңғы ике аҙнала ғына ун ялған аҡса менән ҡулланыу факты асыҡланды. Был купюралар Кавказ төбәктәренән килтерелә.

Ҡалала тартып алынған ялған аҡсаларҙың күбеһе мең ҡумлыҡ купюралар. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ысын аҡсанан айырыуы бик ҡыйын, сөнки аҡсалар сифатлы эшләнгән ти. Унда хатта һыу билдәләре лә бар. Шулай ҙа уларҙы ысын аҡсанан айырырға мөмкин.

Ялған купюраларҙы ысын аҡсанан Рәсәй банҡы тип яҙылған һүҙҙәрҙән һәм һул яҡтағы значоктан айырырға мөмкин. Йәғни ысын купюрала улар айырылып тора, ҡул менән һиҙергә мөмкин. Ялған аҡсала улар шыма.

Бынан тыш ялған аҡсала уң яҡтағы герб бер төҫ менән генә емелдәй, ә ысын купюрала ике төҫ менән- ҡыҙыл һәм ҡуңыр. Ысын аҡсаны иңкәйткәндә йәйғор төҫтәре менән балҡый. Ә ялған купюрала улар юҡ.

Бынан тыш ялған аҡсаларҙа тишеп эшләнгән ваҡ һандарҙы ҡул менән һиҙергә мөмкин, ә ысын аҡсала ул һиҙелмәй.

Шулай уҡ ысын аҡсаны 90 градусҡа иңкәйткәндә кип-эффект һәм ике рр хәрефе күренә. Улар Рәсәй аҡсаһы тигәнде аңлата. Ялған купюрала бындай кип-эффект юҡ.

Нефтекамалыларға биш меңлек купюралар менән дә һаҡ булырға кәрәк. Сөнки ялған аҡсалар араһында улар ҙа йыш осрай.

Биш меңлек купюраларҙы асыҡларға бик ауыр. Сөнки улар юғары сифатлы була. Әгәр ҙә купюраның серияһы БМ, Ви, ЕК, МА, АВ, ВМ, БВ, БА хәрефтәренә башланһа, һатып алыусыға иғтибар итергә һәм уның билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ябай нефтекамалыларҙы ла, эшҡыуарҙарҙы ла иғтибарлы булырға саҡыра. Эшҡыуарҙарға иһә ялған аҡсаларҙы асыҡлау өсөн махсус ҡорамал һатып алырға кәңәш итәләр. Сөнки ялған аҡсаларҙың артыуын иҫәпкә алғанда был актуалгә әйләнә.