Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.12.12

Байрамдар байрамса булһын!

Шулай тип тырыша ҡалабыҙҙың бер төркөм әүҙем йәштәре. Улар үҙ теләктәре менән яңғыҙ йәшәүсе ҡарттарға һәм етем балаларға Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, хәйриә акцияһы үткәрергә ниәтләй. Байрам булғас, етмәһә, Яңы йыл, йыр-бейеү менән генә сикләнеп булмай, бүләктәр ҙә булырға тейеш, тип ҡарар иткән ойоштороусылар.

Шуға ла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың был сарала ҡатнаша ала. Өйөгөҙҙә ҡиммәтле булмаған ҡулланылмаған көн-күреш тауарҙары кәрәкһеҙ ятһа, төрлө сувенир, уйынсыҡтар, кейем-һалым – барыһын да ҡаланың реабилитация үҙәгенә тапшыра алаһығыҙ. Ул Дзержинский урамы, 30-сы һанлы йортта урынлашҡан. Бүләктәрҙе туплау 20 декабргә тиклем барасаҡ. Ойоштороусылар аҡсалата бүләктәр ҡабул итмәйбеҙ тип, киҫәтеп тә ҡуйҙы.

Байрамдар байрамса булһын тип теләһәгеҙ, был изге эшкә һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.