Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.12.12

Травпункт эш режимын үҙгәртә

Ҡаланың травмотология пункты эш режимын ғына түгел, ҡабул итеү урынын да үҙгәртә. Әле ул дауаханалар ҡаласығының алты ҡатлы бинаһында урынлаша һәм тәүлек әйләнәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итәине.

Оҙаҡламай ул шунан алыҫ түгел, 1-се поликлиника бинаһына күсәсәк. бында инде тейешле әҙерлек эштәре ахырына етеп килә. Шул уҡ ваҡытта сығымдарҙы тәртипкә һалыу ниәтенән РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы нормативтарына ярашлы, эш режимы ла үҙгәрә. Травмотология бүлеге яңы урынға күскәс, көндөҙгө сәғәттәрҙә генә ҡабул итәсәк. Баҡтиһәң, шул уҡ нормативтарға килгәндә, халҡы 400 меңдән ашыу кеше йәшәгән ерҙә генә тәүлек әйләнәһенә эшләү ҡаралған.

Борсолорға ашыҡмағыҙ, ярҙам кәрәк һәр кем дауахананың ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итә ала.