Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.12.12

Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында асыҡ ишектәр көнө

15 декабрҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында  асыҡ ишектәр көнө үтте. Сараға уҡыусылар һәм колледждарҙа белем алыусы студенттар ҙа саҡырылды.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалы бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында талап ителгән 5 йүнәлеш буйынса белем бирә. Улар электроэнергетика, машиналар эшләү, информатика, менеджмент  кеүек йүнәлештәр. Асыҡ ишектәр көнөндә буласаҡ абитуриенттарға филиалдың эшмәкәрлеге, университетты тамамлағандан һуң ниндәй эшкә урынлашырға мөмкин икәнлеге тураһында һөйләнелде.

Сараға бының өсөн эш биреүселәр һәм филиалды тамамлаған йәш белгестәрҙә махсус саҡырылды. Асыҡ ишектәр көнөндә ҡатнашыусы ҡунаҡтар өсөн математика, физика һәм информатика буйынса бушлай әҙерлек курстарына яҙылырға мөмкинлек бирелде. Был иһә инеү һынауҙарын уңышлы үтеп, артабан да ошо уҡыу йортонда белем алыу өсөн кәрәк.