Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.12.12

"Виктория" еңеүҙәре

Декабрь башында Томск ҡалаһында эстрада-спорт бейеү  балалар коллективтары араһында беренсе Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы үтте. Нефтекама ҡалаһының «Виктория» ансамбле  лә бәйгелә ҡатнашты.
Томск ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Һәр коллектив конкурсҡа икешәр номер алып килде. Балалар коллективтары ике төркөмгә бүленде - туғыҙ йәштән унбер йәшкә тиклем һәм ун ике йәштән ун дүрт йәшкә тиклем.

Конкурсанттарҙы профессиональ жюри ағзалары баһаланы, улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм билдәле балетмейстерҙар ҙа булды. «Виктория» ансамбле 5 номер тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Нефтекама бейеүселәре дүрт награда яуланы.