Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

09.01.13

Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында түләүһеҙ әҙерлек курстары

Өлкән класс уҡыусылары каникулдарын Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында файҙа менән уҙғара ала. Бында буласаҡ абитуриенттар өсөн түләүһеҙ әҙерлек курстары ойошторолған. Физика, информатика һәм математика дәрестәренә теләге булған һәр уҡыусы йөрөй ала.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалы 9 йыл эшләй. Тәүҙә абитуриенттар өсөн бушлай курстар асыҡ ишектәр көндәрендә генә уҙғарыла торғайны. Һуңыраҡ был йолаға инеп китә, һәм әҙерлек дәрестәре каникулдар ваҡытында ла ойошторола башлай.

Курстарҙы тамамлағандан һуң һәр уҡыусыға кәрәкле материал таратып бирелә. Был мәсьәләләр йыйынтығы ярҙамында абитуриенттар артабан үҙ-аллы шөғөлләнә һәм аңлашылмаған мәлдәр буйынса киләһе курстарға һорауҙарын әҙерләй. Курстар Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама филиалында һәр каникул уҙғарыласаҡ.