Яңылыҡтар
15.01.13
Ҡышҡы әкиәт
Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы «Ҡышҡы әкиәт» тигән ижади конкурс иғлан итте. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, йәш һәм һөнәр буйынса сикләүҙәр юҡ.
Конкурс буйынса әҙәби һәм һүрәтләү эштәре ҡабул ителә. Әҙәби эштәр шиғыр, проза текстарынан торорға мөмкин, һүрәттәр ражтуа темаһына арналырға мөмкин һәм А3 форматында булырға тейеш.
Эштәр 28 ғинуарға тиклем, Ленин урамының 30 йортонда, Үҙәкләштерелгән китапхана үҙәгендә ҡабул ителә (тел. 4-44-01). Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.