Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.05.13

Иң яҡшы шәжәрә

Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрендә һуңғы йылдарҙа уҙғарыла торған “Иң яҡшы шәжәрә мөйөшө” конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл был конкурс Нефтекаманың 50 йыллыҡ юбилейын билдәләү сиктәрендә ойошторолдо.

Тәҡдим ителгән шәжәрәләрҙе баһалауҙың төп критерийы булып уның матур биҙәлеше түгел, ә йөкмәткеһе, уны төҙөүҙә ҡулланылған архив материалдарының, документаль мәғлүмәттәрҙең, метрик китаптарҙан, граждандарҙы теркәү акттарынан алынған яҙмаларҙың булыуы, шулай уҡ башҡа төр сараларҙың ҡулланылыуы айырыуса иҫәпкә алынды. Йомғаҡ яһағанда, әлбиттә, уҙған йыл менән сағыштырып, шәжәрә мөйөштәре тулыландырылғанмы, яңы мәғлүмәттәр өҫтәлгәнме – барыһы ла иҫәпкә алынды.

Шулай итеп, конкурстың бөтә критерийҙарын иҫәпкә алып, еңеүселәр билдәләнде. “Иң яҡшы шәжәрә мөйөшө” ҡала конкурсында 1 урын 6-сы мәктәпкә тапшырылды. Бәйгенең 2 урынына 12-се мәктәп, ә 3 урынға 15-се мәктәп лайыҡ тип табылды.