Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

14.05.13

Халыҡ ижады мәңгелек

Халыҡ ижады әҫәрҙәренә иғтибар арта. Быны йыл һайын уҙғарыла торған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр республика конкурсы ла дәлилләй.

Нефтекаманың 7-се мәктәбендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурысының ҡала этабы үтте. Бәйгелә төрлө мәктәптәрҙән ҡырҡтан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Конкурс 4 этаптан торҙо. Беренсе турҙа командалар үҙҙәренең башҡорт халҡының байрамдары темаһына арналған визит карточкаһын тәҡдим итте. Икенсе турында иһә “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү булһа, артабан викторина һорауҙарына яуаптар алынды. Йомғаҡлау этабы иң мөһиме һәм яуаплыһы ине. Унда уҡыусылар эпосты яттан тасуири һөйләү буйынса көс һынашты. Баһалама ағзалары тарафынан барыһы ла иҫәпкә алынды: тасуири һөйләү ҙә, ятланған юлдар һаны ла, музыкаль инструменттар ҡулланыу ҙа.

Шулай итеп, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр араһында еңеүсе  тип Азалия Усманова (7-се мәктәп) танылды. Ә Диләрә Нурлығаянова (2-се мәктәп) менән Айгөл Ғарипова (12-се мәктәп) 2-се һәм 3-сө урынды яуланы.

Викторина конкурсында шулай уҡ Азалия Усманова менән Алсу Сафиналарға (6-сы мәктәп) етеүсе булманы.

Ә 7-се мәктәп уҡыусылары эпосты сәхнәләштереүҙә лә, дөйөм команда менән дә беренселекте бирмәне. Ә бына беренсе турҙа иһә 4-се мәктәптең визит карточкаһы иң яҡшыһы тип табылды.

Бынан тыш, әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.

Шуныһы ҡыуаныслы, йылдан йыл конкурсҡа уҡыусылар нығыраҡ, етдиерәк әҙерләнә. Махсус костюмдар тегелә, декорациялар ҡулланыла, уҡыусыларҙың башҡарыу оҫталығы ла камиллаша. Конкурсҡа әҙерләнгәндә ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша, уҡытыусыларға һәм балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер улар.