Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.05.13

Иң әүҙем түңәрәксе

Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге ижади йолаларға бай. Шундай матур сараларҙың береһе булып уҡыу йылы аҙағында әүҙем тамаша миҙгелендә уңышлы эшләүсе түңәрәктәр эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм “Иң әүҙем түңәрәксе”не билдәләү концерты тора.

Быйыл да үҙәк был йоланан ситтә ҡалманы. Ижади йомғаҡлау концерттары менән, Балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгенең бөтә коллективтары ла апрель-май дауамында сығыш яһаны.

Ә инде 15 май көтөп алынған йомғаҡлау бәйгеһе – “2013 йыл түңәрәксеһе” конкурсы үтте. Бәйгелә 5 конкурсант – Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең төрлө түңәрәктәрендә шөғлләнеүселәр ҡатнашты.

Конкурс һәр яҡлап та ижади һәм ентекле уйланылып, һәр бәйгесенең һәләтен бар тулылығы менән асып бирә алды. Конкурсанттар 4 тур үтте. Әйтергә кәрәк, турҙар йөкмәткеһе ҡалабыҙҙың 50 йыллыҡ юбилейына һәм пионер ойошмаһы булдырылыуға 95 йыл тулыуға арналғайны. Бәйгелә ҡатнашыусылар – Айгөл Ғәрифуллина, Кирилл Григорьев, Маргарита Орлова, Диана Дианшина һәм Рәлинә Солтановалар – бар турҙарҙы ла лайыҡлы үтте, юғары кимәлдә, ҙур башҡарыу оҫталығы менән сығыш яһаны.

Шулай ҙа, бәйге булғас, еңеүсене билдәләмәй булмай. Иң юғары балл йыйып, “2013 йыл түңәрәксеһе” исеменә Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең “Виват” театраль түңәрәгендәҡатнашыусы, ҡалабыҙҙа инде танылыу яулаусы Кирилл Григорьев лайыҡ булды. Уға символик еңеүсе тажы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе лә ситтә ҡалманы. Һәр береһенә ҡиммәтле сертификаттар тапшырылды. Сара тамашасыларҙа матур тәьҫораттар ҡалдырып, күптәрҙе яңы ижади бейеклектәргә әйҙәне.

Зилә Аҙнабаева, жюри ағзаһы.