Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.05.13

Әйткәндәй…

20 майҙа Өфөлә Башҡортостан халыҡтары телдәрендә «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурсы үтте. Бәйге ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан социаль технологиялар институты менән берлектә ойошторолдо. Бөйөк эпос быйыл 12 телдә яңғыраны.

Урыҫ, татар, сыуаш, марый һәм башҡалар... Һәр кем үҙ телендә башҡорт халҡының данлыҡлы әҫәрен ятлай. Өсөнсө йыл үткәрелгән конкурс был юлы республиканың төрлө райондарынан 90-дан ашыу йәш башҡарыусыны йыйған. Ҡатнашыусылар барыһы ла үҙ райондарында үткән бәйге еңеүселәре. Төрлө милләт вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла эпосты белеүҙәре менән ғорурлана. Әминә Әлибаева ҡомартҡы әҫәрҙе 7 телдә өлөшләтә һәм башҡортса тулыһынса белә. Ул эпосты бер ай эсендә ятлаған.

 Бәйге инглиз, немец һәм француз, шулай уҡ республикала йәшәүсе башҡа милләт телдәре кеүек дүрт төркөмдә үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусыларҙы бер нисә тел белгән уҡытыусылар, тел ғалимдары баһалай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Мәҫәлән, быйыл беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосын испан һәм әзербайжан телдәрендә һөйләүселәр бар. Конкурс барышында ҡайһы бер ҡатнашыусылар эпостың өҙөктәрен сәхнәләштерҙе, икенселәр бер нисә телдә сығыш яһаны, кемдер музыка ҡоралдары, слайд-шоуҙар ҡулланды. Әммә нисек кенә булмаһын, уларҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Кеше тыуған республикаһының төп халҡының мәҙәниәтен белергә тейеш, ти ойоштороусылар.