Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.05.13

Торос – чемпион!

Яҙ спорт сараларына бай булды. Республика көйәрмәндәре, бигерәк тә нефтекамалар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға байрамға әүерелде. Ҡалабыҙҙың «Торос» хоккей клубы икенсе йыл рәттән Братина кубогын яуланы.

Күптәр “Торос” командаһы Нефтекамала уҙған алтынсы уйында чемпион исеменә лайыҡ булыр, тип уйлағайны. Өҫтәүенә, статистика күрһәтеүенсә, беҙҙең хоккейсылар үҙ майҙанында еңеп өйрәнгән. Әммә чемпионлыҡҡа бер аҙым ҡалғанда Ҡаҙағстандың “Һарыарҡа”һы һис тә бирешергә теләмәне.  Һөҙөмтәлә сериялағы иҫәп - 3:3.

Финалдың етенсе, хәл иткес матчы  Ҡаҙағстандың Ҡарағанда ҡалаһында үтте. Беҙҙекеләр “Һарыарҡа”ға ҡаршы бик оҫта уйнап, уны 3:0 иҫәбе менән еңде. Сергей Сентюрин, Артем Гәрәев, Артем Гордеев шайбаны дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына индерҙе. Шулай итеп, “Торос” - ике тапҡыр Юғары хоккей лигаһы чемпионы булды!

Был көндө Нефтекаманың “Торос”ы өсөн янып-көйөүселәр ҡыуаныстан ни эшләргә белмәне. Нефтекама урамдарына ағылып сыҡҡан халыҡты бер шатлыҡ - «Торос»тың еңеүе берләштерҙе. «Торос» хоккейсылары махсус рейс менән Ҡарағанданан Өфөгә ҡайтты. Төн уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, еңеүселәрҙе баш ҡала аэропортында йөҙләгән көйәрмән ҡаршы алды. Улар хоккейсыларҙы алҡыштарға күмеп, Братина кубогын яулау менән ҡотланы.

Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та еңеүселәргә ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Унда былай тиелә:

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе һоҡланғыс еңеүегеҙменән ысын күңелдән ҡотлайым! Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә Юғары хоккей лигаһында былтыр яулаған чемпион исемен һаҡлап ҡала алдығыҙ. Үҙенең ғәжәп уйыны менән “Торос” республиканың хоккей һөйөүселәренә ҙур ҡыуаныс килтерҙе. Командала башлыса үҙебеҙҙең Башҡортостан хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре уйнай. Клубтың һәм тотош лиганың еңеүенә генераль бағыусының –“Урал” Мәрхәмәтлек фондының ҙур өлөш индереүен дә билдәләмәү мөмкин түгел. Команда етәкселәренә, тренерҙар штабына, клуб уйынсыларына һөнәри оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы өсөн рәхмәтлемен, шулай уҡ яратҡан командабыҙҙың көйәрмәндәренә ҙур рәхмәт белдерәм. Киләһе миҙгелдә лә “Торос” хоккей лидерҙары рәтендә булыр, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм спортта яңы еңеүҙәр теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты

Рөстәм Хәмитов”.

24 майҙа Нефтекама данын донъяға таратыусы еңеүселәрҙе, Юғары хоккей лигаһы чемпионы – “Торос” хоккей командаһын Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә ҡотлау тантанаһы үтте. Сара киске сәғәт алтыла башланды һәм Ҡала паркында салют менән тамамланды.