Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.05.13

Нефтекамала «Яҙғы бал – 2013»

24 майҙа ҡалабыҙҙың бөтә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн үҙаллы тормошҡа фатиха биреүсе һуңғы ҡыңғырау сыңы яңғыраясаҡ. Был көндө сығарылыш класы уҡыусылары өсөн иң йылы, иң матур һүҙҙәр, теләктәр яңғырай.

Иң сағыу, иң күркәм сараларҙың береһе тәү тапҡыр беҙҙең ҡалала ойошторола. Ул “Яҙғы бал -2013”. Бөтә сығарылыш класс уҡыусылары, ә улар меңгә яҡын, Ҡала паркында осрашып, берҙәм яҙғы вальс бейейәсәк. Был сағыу сараны “Уфанет” компанияһы ойоштора.

Байрам тантанаһын “Сығарылыш уҡыусылары аллеяһы” тип исемләнгән фотогалерея аса. Ә инде сәғәт икелә полонез тауышына сығарылыш уҡыусылары колоннаһы сәхнәгә үтәсәк. Аҙаҡ сағыу “Мәктәп йылдары” исемле бейеү программаһын ҡалабыҙҙың билдәле бейеү коллективтары сығышы дауам итәсәк. Был сара дөйөм вальс һәм һауаға шарҙар осороу менән тамамланасаҡ.

Алда уҡыусыларҙы берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Быйыл иһә һынауҙар 27 майҙан 19 июнгә тиклем үтәсәк.