Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.05.13

Иғтибар - балалар!

 Йәйге каникулдар алдынан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан 20 майҙан 14 июнгә  тиклем Башҡортостан Республикаһында, шул иҫәптән Нефтекама ҡалаһында ла, «Иғтибар - балалар!» исемле профилактик сара уҙғарыла.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы полицияның кесе лейтенанты Л.Хәбибуллина килтергән мәғлүмәттәр буйынса,  ағымдағы йылдың 4 айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһында балалар һәм 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығында 73 юл хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлгән. Һөҙөмтәлә 1 бала һәләк була, 75-е төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Нефтекама ҡалаһы юлдарында ла балалар ҡатнашлығында юл хәрәкәте ваҡиғалары осрап тора. Йыл башынан ғына 2 бала ауыр йәрәхәттәр ала.

Төп сәбәп балаларҙы контролгә алмауға ҡайтып ҡала. Каникул ваҡытында уҡыусыларҙың бушты-бушҡа ауҙарып йөрөүе ауыр эҙемтәләргә килтерә. Шулай уҡ улар рәтенә үҫмерҙәрҙең юл ҡағиҙәләрен яҡшылап белмәүен дә индерергә мөмкин.

Акция юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы яуаплыраҡ һәм юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға өндәй.