Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.05.13

Нефтекама әсәләренә миҙал!

Нефтекамала «Әсәгә рәхмәт» миҙалы тапшырыласаҡ. Был турала Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин 24 май 1715-се ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

Ҡарарҙың йөкмәткеһенә ҡарағанда, был миҙал менән ҡалала йәшәүсе һәм балаларын ғаилә мөхитендә дөрөҫ, физик, рухи, әхлаҡи, ғөмүмән, бар яҡлап та камил итеп тәрбиәләгән, балаларының һаулығы, уҡыуы тураһында хәстәрлек күргән, үрнәк булырҙай төрлө йәштәге әсәләр лайыҡ буласаҡ. Миҙал алған әсәләргә шулай уҡ дүрт мең һум күләмендә матди ярҙам да күрһәтеләсәк.