Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.06.13

Беҙ ҙә һыуҙа йөҙөр инек…

Әммә Нефтекама ҡалаһы ҡала округы биләмәләренә ингән йылға-күлдәрҙә һыу инеү тыйыла. Был турала ошо көндәрҙә генә ҡала хакимиәте тейешле ҡарар ҡабул итте.

Бының сәбәбе күптәргәбилдәле. Һыу инеү өсөн бөтә талаптарға ла яуап биреүсе махсус пляждарҙың булмауы. Шул уҡ Ҡарман һыуһаҡлағысында һыу инеүҙең кеше организмына зарарлы булыуы – һыуҙың сифаты насар. Быйыл да Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре тикшергән йылға, күл һыуҙары һыу инеү өсөн яраҡһыҙ тип табылған. Һыу ингәндә ауыҙ-танауға, тән яраларына эләккән микроорганизмдарға бай һыу, оҙайлы ауырыуға килтереүе мөмкин.

Ә бына күрше генә Ағиҙел ҡалаһында иһә һыу инеү тыйылмаған. Унда махсус йыһазландырылған пляж үҙ эшен күптән башлаған.