Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.06.13

Башҡорт теле уҡытыласаҡ

Мәктәптәрҙә башҡорт теленең уҡытыласағы тураһында 28 май көндө Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының 63-сө пленар ултырышында һүҙ барҙы. Әйткәндәй, был ултырыш яҙғы сессияла һәм дүртенсе саҡырылышта һуңғыларҙың береһе. Быйылғы сентябрҙән закон сығарыу эшмәкәрлеген яңы состав дауам итәсәк.

“Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” Закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡарала. Унда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡбөтә дәүләт һәм муниципаль уҡыу учреждениеларында ла уҡытыласағы тураһында әйтелә. Шулай итеп, парламентарийҙарреспублика мәктәптәрендә мотлаҡ башҡорт телен уҡытыуҙы урынлы тип тапты. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республика мәкәптәрендә 2006 йылдан башлап уҡытыла.