Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.06.13

Тартһаң, тарт!

Ҡала суды күптән түгел Нефтекамала йәшәүсе 33 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығарған. Уға ярашлы ир өс йылға иркенән мәхрүм ителгән.

Ир кеше РФ Енәйәт Кодексының 228 статьяһының 2 өлөшөндә ҡаралған енәйәттә (наркотик матдәләрҙе ҙур күләмдә һатмау өсөн законһыҙ алыу һәм һаҡлау) ғәйепле тип табыла. Был турала neftekamsk.procrb.ru. сайты хәбәр итә.

Баҡтиһәң, был ир ағымдағы йылдың февраль айында яҡынса 1,070 грамм тарта торған «спайс» ҡатнашмаһын һатып алған булған. Законһыҙ алынған ҡатнашманы алғас, уны хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Тикшереү ваҡытында ирҙең машинаһында тағы ла тартыу өсөн ҡулланыла торған наркотик ҡатнашма табыла.

Суд ҡарары буйынса был ир өс йыл ғүмерен дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.