Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

13.06.13

Ял да етте!

Ниһайәт уҡыусыларҙың һағынып көтөп алған йәйге каникулдары килеп етте. Күптәр уны ҡайҙа, нисек үткәреүҙе планлаштырған булһа, ҡайһы берәүҙәрҙең ата-әсәләре балаларының йәйге ялын нисек ойошторорға белмәй. Бындай осраҡта иң ҡулайлыһы мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙар. Республикабыҙҙың ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тиҫтерҙәре менән ял итеү һәм саф һауала сәләмәтлеген нығытыусылар ҙа бар, әлбиттә.

Ҡала мәғариф бүлеге һәм Йәштәр эше буйынса комитет балаларҙың йәйге ялын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн бик күп көс һала һәм әүҙем эшләй. Мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, был йәйгә лә байтаҡ саралар ойоштороу ҡаралған. Йәйҙең тәүге аҙналарында уҡ ҡалабыҙҙың мәктәптәре базаларында ойошторлған  мәктәп янындағы 20 көндөҙгө, 26 профилле, 20 хеҙмәт һәм ял лагерҙарында дүрт меңгә яҡын балалар ял итеп өлгөргән дә. Был лагерҙарға йөрөгән балаларҙың ялын ойоштороу өсөн һәр көнгә тығыҙ программа төҙөлә. Улар төрлө спорт уйындарынан тыш, ҡаланың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музыйына, китапхана үҙәгенә, «Октябрь» кинотеатрына экскурсияларға һәм йәнһүрәт, кинофильмдар ҡарарға ла йөрөй.

Йәш техниктар, спортсылар, экологтар, биологтар, туристар, крайҙы өйрәнеүселәр һәм башҡалар өсөн профилле лагерҙарҙа уҡыусылар ял менән бергә йыл әйләнәһенә алған белемдәрен дә камиллаштыра, төрлө олимпиадаларға әҙерлек тә үтә. Быйыл иһә улар ҡаланың 50 йыллыҡ юбилейна арналған «Нефтекама – быуаттарға ҡалыр ҡалам!» конкурсына проект эштәре лә башҡара.

«Бригантина» балаларҙы һауыҡтыу лагерында иһә йәй миҙгелендә 660 уҡыусы ял итәсәк тип күҙаллана. «Росинка»ла 630 бала рәхәтләнеп йәйге ялын саф һауала уйнап һәм тәмле ашап  үткәрәсәк. 

Ә инде Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән берлектә 224 ауыр тормош шарттарында ҡалған бала эшкә урынлаштырыласаҡ, тип мәғлүмәттәр менән уртаҡлаштылар мәғариф бүлегенән.

Иң мөһиме – балаларҙың күңелле һәм фәһемле итеп ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып, көс-дәрт алып, иҫән-һау сентябрь айында мәктәпкә килеүҙәре. Ә иң сағыу тәьҫораттары, онотолмаҫ хәтирәләре  менән беҙҙең менән дә уртаҡлашырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

Ризәлә Шәйхинурова