Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.06.13

«Ырыуҙар ташы» һәйкәлен күмәкләп төҙөйөк

2010 йылдың йәйендә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына  әҙерлек барышында, Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташы» тип аталасаҡ тарихи-мемориаль комплекс төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителеп, уға символик нигеҙ ташы ла һалынғайны. Был һәйкәлдең үҙәген тәшкил иткән ғәйәт ҙур гранит ташҡа 40-тан ашыу оло һәм бәләкәй башҡорт ырыуҙары атамалары яҙылып ҡуйылырға тейеш ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, билдәле сәбәптәр арҡаһында ошо этнографик комплексты төҙөү әлегә тиклем тотҡарланып торҙо. Шулай ҙа Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты етәкселегенең тырышлығы менән ошо грандиоз һәйкәл комплексының проекты ижади төркөм тарафынан яңынан ҡаралып, уны дәүләт экспертизаһы ла хупланы.

Этнографик музейы һәм мәсете менән төҙөләсәк мемориаль комплексты төҙөү байтаҡфинанс сығымдары йәлеп итеүҙе талап итә. Яңыраҡуҙғарылған Әйле ырыуы йыйыны делегаттары ошо һәйкәл өсөн бергәләшеп иғәнә йыйырға саҡырып, башҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Ҡоролтайыбыҙҙың Башҡарма комитеты Советы ошо башланғысты хуплап, төбәк, ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайҙарына һәйкәл өсөн аҡса йыйыу буйынса махсус мөрәжәғәт ебәрҙе.

«Ырыуҙар ташы» мемориаль комплесы – уникаль халыҡһәйкәле буласаҡ. Әлегә тиклем Рәсәйҙә тотош халыҡҡа бағышланған һәйкәл һалынғаны булманы әле. Нисек кенә ауыр булмаһын, беҙошо проектты ғәмәлгә ашырырға бурыслыбыҙ. Был – бөтөн халыҡ эше. Тап шуның өсөн барса милләттәштәребеҙҙе ошо изге эшкә үҙөлөшөн индерергә саҡырабыҙ. Эш иғәнә итеп бирелгән аҡса күләмендә түгел – хәленә ҡарап, быны һәр кем үҙе хәл итер. Әммә халҡыбыҙҙың «Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ», - тигәнен онотмайыҡ. Торатауҙа милләтебеҙгә һәйкәл ҡалҡһа, рухыбыҙнығыр, бәҫебеҙкүтәрелер, данлы тарихыбыҙбар донъяла танылыр.

БДБҠБашҡарма комитеты иғәнәләрҙе туплау өсөн махсус банк счеты асты. Һәр кем үҙиғәнәһен банк аша үҙаллы ебәрә ала. Башҡарма комитет Советы йыйылған аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуын контролдә тотасаҡ.

 

Иғәнәләр ебәреү өсөн реквизиттар:

Получатель:

МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир»

Расчетный счет    40703810400000000229

ИНН 0274095117

Банк получателя:

ОАО АКБ «Башкомснаббанк»

БИК               048073842 

к/с   30101810800000000842

 

Ризәлә Шәйхинурова