Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.07.13

«Мираҫ» мираҫ булып ҡалмаҫ!

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, ә тирә-яҡ республика һәм өлкәләрҙә лә билдәле булған «Мираҫ» картиналар галереяһы оҙаҡламай яңы һулыш менән үҙ эшен дауам итәсәк. Был ваҡиға Нефтекаманың 50 йыллыҡ юбилейына арналған тантанаға тиклем булмаҡсы.

Эйе, «Мираҫ» үҙендә бик күп билдәле шәхестәрҙең эшен ҡала халҡына тәҡдим итте: Николай һәм Светослав Рерих, Ван Гог, Клод Моне, Ренуар, Айвозовскийҙарҙың картиналарынан күсермәләр ҙә булды бында. Ә Удмурт, Татарстан рәссамдары ҙур ҡалаларҙа ла булмаған ике ҡатлы күргәҙмә залында үҙ эштәрен урынлаштырырға ынтылды. Әммә, билдәле булыуынса, биналар ҙа йәш кенә, төҙөк кенә тормай, «Мираҫ» картиналар галереяһы күп һанлы тикшереүҙәрҙән һуң хәүефле тип табылды һәм үҙ ишектәрен 2008 йылдың йәйендә япты. Өҫтәүенә, «Мираҫ» менән бер фундаментта ултырған егерме ҡатлы йорт йыл һайын ергә һеңә бара һәм үҙе артынан картиналар галереяһы бинаһын да әйҙәй. Һөҙөмтәлә бина стеналарында ҙур ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ электр приборҙары, сымдары ла сафтан сыҡҡан, улар өсөн яуаплы белгестәр ҙә булмағанлығы асыҡлана.

Биш йыл дауамында ҡала хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы менән һөйләшеү алып барҙы. Әммә ҡағыҙ эштәре оҙаҡҡа һуҙылды. Тик 2011 йылда ғына «Мираҫ» өсөн янып йәшәгән етәксе Юрий Туник билдәле, абруйлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы Өфөләге кәңәшмәлә был сетерекле һорау буйынса сығыш яһай ала. Артабан Нефтекамаға Мәҙәниәт министрлығынан комиссия килеп, ҡала хакимиәте менән берлектә бинаның торошон ҡарап, яҡынса төҙөкләндереү эштәренең хаҡын билдәләп китәләр. Картиналар галереяһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн 10 миллионлап аҡса кәрәк тип табыла. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа хат яҙырға ҡарар итәләр. Ниһайәт, 2012 йылда ғына эш урынынан ҡуҙғала: республика һәм ҡала бюжеттарынан бишәр миллион һум аҡса бүленә.

Әлбиттә, бүленгән аҡсаларҙың бер өлөшө тәү сиратта бинаның фундаментын нығытыуға һәм түбәһен ябыуға йүнәлтелә. Артабан эшселәр стеналарҙы йылыта, бина эсендәге бағаналарҙы нығыта. Хәҙер иһә пластик тәҙрәләр ҡуйылған, электр һәм һыу, канализация селтәрҙәре алмаштырыла, буяу-ағартыу эштәре бара. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, төҙөкләндереү эштәрендә заманса материалдар ҡулланыла.

Эйе, «Мираҫ» күҙгә күренеп үҙгәрә. Оҙаҡламай картиналар галереяһының тышҡы яғы ла йәмләнеп китәсәк. Ҡаланың юбилей тантанаһына сәнғәт һөйөүселәр өсөн Нефтекаманың был мәҙәни үҙәге үҙенең ишектәрен асыр тип ышанабыҙ.

Наҙгөл   Ҡәләмова   әҙерләне.