Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

17.02.14

Көс һынаштылар

15 февраль көндө Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Физкультура йортонда ҡала хакимиәте, һалым инспекцияһы, эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре араһында ярыш үтте. Бындай сараларҙы үткәреү ғәҙәткә ингән. Ярыш үҙ эсенә йүгереү, баскетбол, волейбол, дартс, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек һынауҙарын  алды.

Һөҙөмтәлә потенциаль лидерҙар үҙ маҡсаттарын йөҙ процентҡа башҡарып сыҡтылар. Беренсе өс урынды хакимиәт, урындағы полиция бүлеге һәм «Ягуар» һаҡ предприятиеһы алды.

Был сара XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы беҙҙең яҡташыбыҙ  Хужин Ильвирҙы рухи дәртләндереү һәм ярҙам итеү маҡсаты менән дә билдәләнде.