Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.02.14

Республиканың өлкән синыф уҡыусылары үҙҙәренең һәләттәрен ораторлыҡ оҫталығы конкурсында к&

«Һүҙебеҙ нисек яңғырар…» («Как слово наше отзовётся…») республика ораторлыҡ оҫталығы конкурсын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башлап ебәрҙе.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, аудитория алдында асыҡ сығыш яһауҙы тикшерергә, үҙ позицияңды яҡларға, оппоненттар менән бәхәс алып барырға, шулай уҡ тикшеренеү һәм ижади эшмәкәрлеккә ҡушылырға теләгән 9-11 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Конкурс ике этапта үтәсәк: беренселә (һайлап алыуҙа) 1 апрелдән 14-нә тиклем kaf_oyabspu@mail.ru электрон адресҡа сығыштарҙың (5-6 минутлыҡ) видеояҙмалары тәҡдим ителә.

Сығыштар өсөн кәңәштәр: Хәҙерге заман кешеһе тормошонда мәҙәни-ара коммуникация; XXI быуаттың идеаль ораторы; Рус теле тарихында фекерҙәр һәм серҙәр; Хәҙерге заман йәмғиәтендә уҡытыусы роле; Рус телмәре киләсәге; Минең педагогик династиям.

II этап үҙ эсенә ике ярышты ала. Беренсеһендә – һайлап алыу этабы еңеүселәре (һәр мәктәптән берешәр ҡатнашыусы) үҙенең телмәре менән сығыш яһай. Икенселә – фекер алышыуҙар формаһында уҙғарыла: оппоненттар булып мәктәп командалары (3-шәр кеше) сығыш яһай.

Фекер алышыу темалары: Хәҙәрге заман уҡытыусыһында иң мөһим нимә: ижади башланғысмы әллә белем биреү өсөн предмет буйынса кәрәкле белем күләменә эйә булыумы?; Киң мәғлүмәт саралары телдәре цензура аҫтына ҡуйылырға тейешме?; Кешенең телмәр мәҙәниәтенә рекламаның негатив һәм позитив йоғонтоһо; Хәҙер заман рус телендә барған процестар уның камиллашыуына йәки деградацияһына алып барамы?

Конкурста ҡатнашыу өсөн 1 апрелгә тиклем тултырылған заявканы конкурсты ойоштороу комитетының (дөйөм телде өйрәнеү кафедраһы, бәйләнеш өсөн телефондар: (347)272-23-26; 89174479151) kaf_oyabspu@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Конкурсҡа йомғаҡтар яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 25 апрелдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтәсәк.