Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

11.12.09

Иҫке машинаны үтилгә тапшырып, 50 мең һум күләмендә субсидия алырға була

РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2010 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә иҫке автомобилдәрҙе үтилләштереү буйынса программа проектын тәҡдим итә.
“Пилот” программа, иҫке машинаһын үтилгә тапшырып, уның урынына Ватаныбыҙҙа эшләнгән автомобиль алырға теләүсе кешеләргә 50 мең һум күләмендә субсидия биреүҙе күҙ уңында тота. Әммә аҡса ҡулға бирелмәйәсәк, уның урынына водителдәргә яңы машина алғанда ташлама сертификаты тапшырыласаҡ.
Бында тағы ла бер шарт бар – иҫке автомобиль һуңғы хужаһында кәм тигәндә бер йыл теркәлгән булырға тейеш. Ә ташлама сетификатын Ватаныбыҙ автомобилен, йә илебеҙҙә йыйылған сит ил маркалы яңы автомобиль һатып алғанда ҡулланырға мөмкин.