Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.12.08

Ҡорбан байрамы

Ислам диненең Ай календары буйынса Зөлхизә айының унынсы көнөнән Ҡобран байрамы башлана һәм ул 3 көн дауам итә. Быйыл мосолман халҡы үҙҙәренең мөһим байрамдарының береһен 8 декабрь көнө билдәләне. Был байрамдың төп шарттарының береһе - ҡорбан салыу. Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса мөмкинлеге булған һәр ғаилә байрам уңайынан ҡорбан салырға тейеш. Ҡорбан тигәндә билдәле бер йорт хайуаны күҙҙә тотола. Лоҡмановтар ғаиләһе лә Ҡорбан байрамында Аллаһы тәғәленең бойороғон үтәп, икенсе йыл һарыҡ сала. Ғәлиә Лоҡманова әйтеүенсә, ата- бабаларынан күреп үҫкән был йоланы дауам итеү уларҙың ғаиләһе өсөн мөһим бер бурыс. Салған ҡорбан - ҡан ҡойоу түгел, ә ҡылған гөнаһтарҙы юйыу, Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәренә шөкөр итеү булып тора. Ҡорбан байрамы көнө ҡалабыҙҙың мосолмандары мәсетебеҙҙә йыйылып, иртәнге намаҙ уҡып, Ҡорбан байрамын үткәрҙе. Ә ҡалабыҙҙың 13 кешеһе был изге байрамды мосолмандарҙың изге ерендә Ҡәғбәтуллала ҡаршыланы. Зөлхизә айында хаж ҡылыу Аллаһы Тәғәләнең тағы бер әмере. Ҡорбан салыуҙы 8 декабрь көнө, Ҡорбан байрамында ғына түгел, ә Зөлхизә айының 3 көнөндә башҡарыла. Ә инде бер ай дауамында кешеләрҙе йыйып, ҡорбан ашы менән һыйларға мөмкин.