Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.12.08

ВОСХОД

 "Восход” коопиративын ойоштороусыларҙың береһе - Илдар Губаев  күптән түгел ҡулға алынһа, 8 декабрь көндө икенсеһе - Владимир Стогов тотолдо. Ошо уңайҙан ҡаланың эске эштәр идаралығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Владимир Стогов Нефтекама ҡалаһы Эске эштәр идаралығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан Илеш районында ҡулға алынған. Әлеге ваҡытта ике енәйәтсе лә Эске эштәр идаралығында. Уларҙың банкылағы иҫәп-хисаптары  ентекле тикшерелгән, булған аҡсалары тартып алынған. Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бөгөнгө көндә уларҙың төп маҡсаты халыҡтан алдап йыйылған аҡсаның ҡайҙа икәнлеген асыҡлау. Ә был енәйәтселәрҙең эше артабан судҡа ебәреләсәк. Уларға 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Был кешеләр тарафынан алданыусыларға аҡса ҡасан ҡайтарыласағын, шулай уҡ суд билдәләйәсәк. Әлеге ваҡытта эске эштәр идаралығына алданыусылар тарафынан көн дә 20-гә яҡын ғариза яҙыла. Милиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, енәйәтселәр ҡулға алынғанс, был һандар тағы ла артырға мөмкин.