Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.09.14

Дәүләкәндә, Нефтекамала, Учалыла һәм Красноусолда 2015 йылда яңы балалар баҡсалары асыласаҡ

Дүрт балалар баҡсаһын төҙөү өсөн генераль подрядсыны һайлау буйынса конкурс документтарын Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы Берҙәм электрон сауҙа майҙансығында урынлаштырған. Бөтә объекттар ҙа 2015 йылда тапшырылырға тейеш.

Өс аукцион 6 октябргә билдәләнгән. Мәҫәлән, Дәүләкәндә 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырыла. Был маҡсатҡа күбеһенсә республика бюджетынан 140 миллион һумға тиклем аҡса бүленә. 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы Ғафури районының Красноусол ауылында барлыҡҡа киләсәк. Килешеүҙең башланғыс (максималь) хаҡы – 70,2 миллион һум. Учалыла 139 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөйәсәктәр. Ул бюджетҡа 88,9 миллион һумға төшәсәк.

9 октябрҙә торгтар барышында Нефтекамала 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү өсөн ойошма һайланасаҡ. Яҡынса финанслау күләме – 109,4 миллион һум.

Килешеүҙәрҙең дөрөҫ суммаһы һәм төҙөүсе ойошмалар октябрҙә торгтар һөҙөмтәһе буйынса билдәле буласаҡ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.