Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

18.09.14

Нефтекама филармонияһы Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләнә

Нефтекама дәүләт филармонияһы Ҡурған өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы буйлап гастроль турына сығырға ниәтләнә.

3 октябрҙән алып 13-нә тиклем Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән һәм Шаҙры райондарында концерттар Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге булышлығында уҙасаҡ. Ҡурған өлкәһенә гастролдәргә солист Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт концерт төркөмө барасаҡ.

Филармонияның «Ҡайтауаз» татар төркөмө 30 сентябрҙә Татарстандың ҡалаларына һәм райондарына юллана. Төркөм етәксеһе Рифҡәт Ғәбделйәнов хәбәр итеүенсә, яңыраҡ ҡына артистар күрше республиканың Лениногорск, Алабуға, Яр Саллы ҡалаларында, Туҡай районында сығыш яһаған. Нефтекамаларҙы йылы ҡабул итеп ҡабат килергә саҡырып ҡалғандар.

— Хәҙер филармонияла репитициялар осоро бара. Ике концертҡа, Оло йәштәгеләр көнөнә һәм, әлбиттә, ғәҙәттәге яңы концерт миҙгелен асыуға әҙерләнәбеҙ. Асыу программаһы 25 октябргә билдәләнгән. Миҙгел рәсми рәүештә асылмаһа ла, беҙҙең концерт бригадалары эшләй. Балалар лекторийы республиканың төньяҡ-көнбайышы буйлап наркотикка ҡаршы көрәш программаһы менән йөрөй, үткән көндәрҙә филармония ҡарамағында эшләгән Балалар студияһына кескәйҙәрҙе йыйҙыҡ. Ә яҡын ваҡыт эсендә, 25 сентябрҙә, популяр солист Сулпан Ғәфүрйәнованың соло концерты уҙасаҡ, — тип һөйләне Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.