Яңылыҡтар
2015 йыл Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде
2015 йыл Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек, Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Тейешле Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Ҡабул ителгән ҡарарҙың төп маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә республикала Әҙәбиәт йылын уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырырға һәм уның составын раҫларға, төп саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итергә ҡушылды.
Республиканың муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын уҙғарыу сиктәрендә тейешле саралар үткәрергә кәңәш ителде.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.