Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

10.12.08

“Халыҡҡа хәүефһеҙ йәшәйеш тәьмин итеү буйынса иң яҡшы муниципаль ойошма ” смотр-конкурсы

Сентябрь-ноябрь айҙарында республикала беренсе тапҡыр “Халыҡҡа хәүефһеҙ йәшәйеш тәьмин итеү буйынса иң яҡшы муниципаль ойошма ” тигән смотр-конкурс үтте. Республикабыҙҙың ҡалалары араһында Нефтекама беренсе урынды яуланы. Конкурста 26 муниципаль ойошма ҡатнашты. Бында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштең ойошторолоуы һәм һөҙөмтәләре, документтарҙы дөрөҫ тултырыу, кешеләрҙе ҡотҡарыу алымдарын практикала ҡулланыу баһаланды. Беҙҙең ҡала округы ебәргән материалдарға баһалама ағзалары 105 балл бирҙе. Һәм һөҙөмтәлә Нефтекама беренсе урынға сыҡты. Салауат ҡалаһы икенсе, Октябрьск  һәм Межгорье ҡалалары өсөнсө урындарҙы яуланы.