Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.02.10

Йорт хужалары ширҡәттәре

 

Ҡала халҡы йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы шөғөлләнеүенә инде күптән күнеккән. Әгәр ҙә сантехникаға  йәки электрға бәйле мәсьәләләр тыуһа, урындағы Торлаҡ файҙаланыу идаралығына мөрәжәғәт итәбеҙ. Әммә һуңғы ваҡытта йорт хужалары ширҡәттәре популярлаша бара.
 
Беҙҙең ҡалала 12 йорт хужалары ширҡәттәре эшләп килә. Уларҙа   ҡала округының бөтә күп фатирлы йорттарының 10 проценты теркәлгән. Башлыса йорт хужалары ширҡәте   бер нисә йортта йәшәүселәр тарафынан булдырыла. Сөнки был рәүешле    контора хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡа эшселәрҙең хеҙмәте өсөн түләргә аҙраҡ сыға.
    Энергетик ауылында иҫке йорттарҙа йәшәүселәр йорт хужалары ширҡәтен булдырырға ҡарар иткән. Был йорттарҙың күптәре бына инде 30 йылға яҡын төҙөкләндерелмәгән. Һөҙөмтәлә, яҡын- тирәләге 6 йорт берләшкән. Йыйылыш үткәргәндәр, һәр яҡлап уйлағандар.
    Ҡул тамғаларын йыйығандар. Шунан инде ҡағыҙ эше мәшәҡәте башланған. Таныҡлыҡ , касса аппараты һатып алыу. Хәҙер иһә бөтәһе лә артта. Альвина Кубатина беренсе сиратта ниндәй үҙгәрештәрҙән башларға икәнен планлаштыра. Пландар күп, иң мөһиме аҡса етһан.
 
Пландар ҙур. Бигерәк тә был йортҡа инде күптәнән ремонт талап ителә. Бөтә подъездарҙа ла берешәр генә тәҙрә ҡыҫандары , икенселәре ҡайҙалыр юҡ булған. Домофон ярҙам итер тип уйлай яңы рәйес. Ул башҡа бик күп бәләләрҙән дә арындырыр тип өмөт итәләр. Иң мөһиме , йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләһен. Әммә ярҙам итеү урынына, күптәр әленән үк ҡамасаулай башлағандар. Йорт хужалары ширҡәттәре булдырыуға ҡаршы  инициативалы төркөмдәр йыйыла.
   Бындай конфликттар кешеләрҙең йорт хужалары ширҡәттәре, йәғни ТСЖ, нимә икәнен һәм ни өсөн кәрәклеген аңлап еткермәгәнлектән барлыҡҡа килә. Улар йорт хужалары ширҡәттәре шул уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәте идаралығы тип уйлай. Сөнки йорт хужалары ширҡәте контораһы  торлаҡ –коммуналь бүлеге бинаһында урынлаша. Ә йорттарҙы әлегә шул уҡ слесарҙар һәм дворниктар хеҙмәтләндерә.
 Күптәр үҙҙәренең йыйыған аҡсаһы өсөн үҙҙәре яуап бирә саҡтарын әле ла аңламай. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙә   йорт хужалары ширҡәтен булдырыу бер нисек тә сағылмаясаҡ. Бөтә тарифтар ҙа ҡарарҙарҙа яҙылған, ширҡәт уларҙы үҙгәртә алмай. Бынан тыш йорт хужалары ширҡәттәренең булыуы беҙҙең ҡалаға йорттарҙы төҙөкләндереү буйынса федераль программаларҙа уңышлы ҡатнашырға мөмкинлек бирә.