Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.02.10

“Дуҫлыҡ моңо”

Нефтекама сираттағы “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт һәм татар йырҙары Халыҡ - ара фестиваленә әҙерләнә. Вокалсылар бәйгеһе март айында үтәсәк. ошо көндәрҙә йыр бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы. Дуҫлыҡ моңо башҡорт һәм татар йырҙары халыҡ-ара фестивале нефтекамала 1991 йылдан башлап йола буйынса уҙғарыла.
 

Үткән фестиваль беҙҙең ҡалала ике йыл элек уҙғарылған ине. Быйыл “Дуҫлыҡ моңо” йәнә үҙҙәренең дуҫтарын Нефтекамала йыйа. Халыҡ - ара фестиваль 3 этаптан үтәсәк. 25 марттан 27 нә тиклем. Мәҙәниәт үҙәгенең   ойоштороусы –методика бүлеге мөдире Лилиә Аллаярова һөйләүенсә ,дуҫлыҡ моңонда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар 10 мартҡа тиклем дауам ителәсәк.Фестивалдең ҡалған ике туры Нефтекамала, филармонияла үтә. Конкурстың тәртибе башҡа йылдарҙағы кеүек үк . Һәр ҡатнашыусы 4 йыр башҡарырға тейеш. Йырсылар   башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын, башҡорт һәм татар профессионал композиторҙарының эстрада йырҙарын башҡара. Дуҫлыҡ моңо фестивале   27 мартта Нефтсе техника йортондатамамланасаҡ.