Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

26.02.10

“Еңеүҙең 65 йыллығна арналған” юбилей миҙалдары

 2010 йылда беҙҙең илебеҙ Рәсәй тарихындағы мөһим датаны, Бөйөк еңеүҙең 65 йыллығын билдәләй. Ҡалабыҙҙың ике меңдән артыҡ ветеранына юбилей миҙалдары тапшырыла. Наградалар һуғышта ҡатнашыусыларға ғына түгел, шулай уҡ тыл хеҙмәткәрҙәренә лә тапшырыла.

 
Ҡалабыҙҙың бер нисә нөктәһендә Бөйөк ватан һуғышы ветерандарына “Еңеүҙең 65 йыллығна арналған” юбилей миҙалдары тапшырылды.
Юбилей миҙалы 2009 йылда Рәсәй президенты указы буйынса булдырылды. Ул  һуғышта ҡатнашыусыларға, һуғыш инвалидтарына һәм тыл эшселәренә бирелә. Бер нисә грамм баҡыр,еҙ һәм цинк иретмәһе. Ветерандар был миҙалдарҙы көтөп ала. Уны һуғышта еңгәндәре өсөн генә түгел, әле һаман да сафта ҡалыуҙары өсөн дә тапшыралар. Бөйөк еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршы алыу ул үҙе бер батырлыҡ.
Андрей Иванович  Замараев Бөйөк ватан һуғышы ветераны , Нефтекама ҡалаһының почетлы гражданины, ҡаланың беренсе учаска милиционеры. Ул 1943 йылда армияға алына. Һәм уға 12 йыл тыуған иленә хеҙмәт итергә тура килә. Инде 60 йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, Андрей Иванович нисек хеҙмәт итә башлағанын, һәм беренсе бомбаларҙы бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй..
Сарала Андрей Замараев башҡа ветерандар кеүек үк үҙ наградаһын алды.
Был саралар   иҫкә алыу өсөн генә түгел, шулай уҡ ул ветерандарҙың мәсьәләләренә иғтибар итеү өсөн дә ойошторола. 
   Миҙалдар һаулыҡтары насар булыу сәбәпле сараларҙа ҡатнаша алмаған ветерандарға ла тапшырыла. Улар аҙнаның тәүге көндәренән үк   рәхмәт һүҙҙәре һәм йылы теләктәр менән бергә үҙ наградаларын ала башланы
   Бөйөк ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Шуға ла Ветерандарға ҡарата рәхмәт һүҙҙәре әле бер тапҡыр ғына яңғырамаясаҡ.