Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

22.03.10

Һөнәри байрам

Йәкшәмбе көндө сауҙа, халыҡты көндәлек хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре  үҙҙәренең һөнәри байрамын билдләй. Был байрамға 20 йылдан күберәк булһа ла, ул коллектив эсендә генә уҙғарыла ине. Быйыл иһә ҙур байрам программаһы ойошторолдо.

Сараның   йыйылыусыларҙы яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ҡотлау маҡсаты менән генә уҙғарылманы. Ә бында шулай уҡ 2009-2010 йылғы яғулыҡ миҙгеленә һәм предприятие тарафынан уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ та яһанылар. Уҙған йыл ауыр булды. Торлаҡ-коммуналь хужалығы эше быға тиклем дә еңел түгел ине, ә 2009 йылда иһә бөтә хеҙмәттәргә лә ауырға тура килде.
Уҙған йылда Баш-РТС ҡыуандырҙы. 24,25-се биҫтәләрҙе йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәъмин итеү өсөн, 2 мең 495 погон метрлы йылылыҡ-магистрале эшкә ебәрелде. Уның үткәреү һәләте ике биҫтәне бөтә күп ҡатлы йорттары иҫәпкә алып йылылыҡ менән тәъмин итергә мөмкинлек бирә. Байрам сараһына Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин да килде. Ул йыйылыусыларҙы республикалағы дөйөм хәлдәр менән таныштырҙы. Төбәк торлаҡ –коммуналь хужалығы хеҙмәттәре эшен федераль коллегалары эше менән сағыштырҙы. Шулай уҡ министр торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү программаһының әһәмиәтен билдәләне.
   2009 йылда “Капиталь төҙөкләндереү” адреслы программа буйынса беҙҙең ҡалала 29 йорт төҙөкләндерелде. Бының өсөн төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан   200 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. Был аҡсалар йорттарҙы яңыртыу өсөн сарыф ителде. Фассадтар тышланды, ҡыйыҡтар төҙөкләндерелде, инженер селтәрҙәре тулыһынса алмаштырылды.
   Әммә был коммуналь хеҙммәттәрҙә эшләүселәр байрамы ғына түгел. сарала халыҡты көндәлек хеҙмәтләндереүсе предприятиелары ла билдәләнде. Сөнки тап уларҙың тырышлығы арҡаһында беҙҙең ҡала халҡы матур прическалар йөрөтә, төҙөк аяҡ кейемдәре кейә, һәм үҙҙәренә кейемдәр тектерә.
Шулай уҡ сарала һәр өлкәлә эшләүсе иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙе лә билдәләнеләр. уларҙа күп йылдар тырышып хеҙмәт иткәндәре һәм өлгәшкән уңыштары , һөнәри оҫталыҡтары өсөн почет грамоталары менән бүләкләнеләр. Төрлө номинациялар буйынса наградалар тапшырҙылар.
 9 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһы торлаҡ - коммуналь хужалығы министрлығы почет грамотаһы менән бүләкләнде.