Яңылыҡтар
26.01.15
2014 йылда Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине 17 процентҡа ҡиммәтләнгән
Башҡортостанда туҡланыу аҙыҡ-түлегенең минималь йыйылмаһы хаҡы 2014 йылдың декабрь айында 3069,7 һум булды. 2013 йылдың декабре менән сағыштырғанда, ул 17 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Республикала ошо осорҙа инфляция 11,2 процент тәшкил итте, айырыуса аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артҡан — 15,4 процентҡа.
Статистиктар аңлатыуынса, был күрһәткес минималь тупланмаға ингән аҙыҡ-түлек хаҡтары һәм эшкә яраҡлы йәштәге ир-егеттәр өсөн туҡланыу нормалары нигеҙендә иҫәпләнә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.