Яңылыҡтар
Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса айлыҡ үткәрелә
ашҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса 27 апрелдән 27 майға тиклем республикала дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа һәм ундағы яһалма ҡоролмаларҙа, шулай уҡ юл буйҙарында төҙөкләндереү, санитар-техник хәлде яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ үткәрелә.
Урындағы үҙидаралыҡ органдарына Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығы һәм «Башкиравтодор» предприятиеһы менән берлектә айлыҡҡа әҙерлек буйынса штабтар булдырырға, ремонт бригадаларын ойоштороуҙы тәьмин итергә, асфальт-бетон япмаларҙы, автомобиль юлдарының ташҡын һөҙөмтәһендә емерелгән участкаларын ремонтларға тәҡдим ителде.