Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.08.16

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының беренсе съезында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының беренсе съезы 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк. 24 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов ошо хаҡта хәбәр итте.

Тәүге съезд 27 августа Сибайҙа уҙа. Ойоштороусылар — «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы һәм урындағы хакимиәт.

Сараның программаһында пленар ултырыш, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының съезы, төбәк-ара һәм район-ара башҡорт ҡоролтайҙары кәңәшмәһе, ҡала һәм Баймаҡ районы Темәс ауылы буйлап экскурсия, тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына барыу, «Юлдаш» радиоһының ижади төркөмө ҡатнашлығында концерт ҡаралған.

Форум төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыу, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн үткәрелә, тип билдәләне Әмир Ишемғолов.

Республикала зона (район-ара һәм төбәк-ара) ҡоролтайҙар булдырыу форумдың икенсе мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Беренсе зона — Урал аръяғы, үҙәге — Сибай ҡалаһы. Икенсеһе — Бәләбәй зонаһы, үҙәге — Бәләбәй, артабан Нефтекама. Һуңынан үҙәктәр Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Малаяҙҙа урынлашасаҡ. Планлаштырылған өсөнсө сара — Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу.

«Ойошманың уставын раҫлау, етәксе һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау, комиссия, шулай уҡ 35-40 етәксе төркөмдәр булдырыу ҡаралған. Бындай ойошма илдәге башҡорт йәштәрен берләштереү өсөн кәрәк. Структура йәштәрҙә әүҙем тормош позицияһын биләргә, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙергә ярҙам итәсәк», — тип билдәләне спикер.

Семинар-кәңәшмәгә район ҡоролтайҙарының 260 вәкиле, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар килә. Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы съезында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/