Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

01.07.16

Төбәктә Берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостан Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтиханына яҡынса йомғаҡ яһалды. Республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Айбулат Хажин билдәләүенсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар эштәрҙе уҙған йылдарға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарған.

Профилле математика буйынса һөҙөмтәләр былтырғынан ике тапҡырға тиерлек яҡшыраҡ. Быйыл 435 кеше юғары балл (80-дән күберәк) йыйған (былтыр — 294). Ун кеше 100 балл туплаған, 2015 йылда ундайҙар булманы. Уҡыусыларҙың 11,2 проценты минималь балды (27) йыя алманы — былтыр 25,1 процент. Һуңғы һандар үҙгәрергә мөмкин. Был — төп этаптың мәғлүмәттәре, тип аныҡланы министр урынбаҫары.

База кимәлендәге математикаға килгәндә, бында ла ыңғай динамика күҙәтелә. Имтихан тапшыра алмаған уҡыусыларҙың һаны 5,1 проценттан 2,1-гә тиклем кәмегән. Отличниктар һаны, киреһенсә, артҡан: былтыр 34,9 процент (4628) булһа, быйыл иһә 51,5 процент (9424).

Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары тәбиғи-фәнни йүнәлештәге предметтар буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының яҡшы һөҙөмтәләрен дә билдәләне.

Тағы ла бер мотлаҡ предмет — рус теле. Республикала уртаса балл — 66. Юғары балл йыйған (80-дән күберәк) эштәр һаны — 15,9 процент, 2015 йылда был һан 15 процент тәшкил иткән. 100 балға 21 кеше яҙған. Уҡыусыларҙың 0,4 проценты ғына минималь балды (24) йыя алмаған.

Башҡортостанда 39 кеше 100 балл туплаған. Шул иҫәптән географиянан — ике, әҙәбиәттән — бер, рус теленән — 21, профилле математиканан — 10, биологиянан — ике, информатиканан — өс.

Дөйөм алғанда, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханы объектив һәм тотҡарлыҡһыҙ үтте. Алты тәртип боҙоу осрағы теркәлде, уларҙың эштәре юҡҡа сығарылды.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.